Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡыҙҙары Лариса менән Ләйсән.
Мәләүездә булдылар, Күгәрсендә һәм бына әле, Күмертауға аяҡ баҫтылар ҙа, ҙур ҡор йыйҙылар. Лариса Абдуллина, Ләйсән Аҙнабаева, икеһе лә беҙҙең ҡыҙҙар тиһәң дә була, береһе беҙҙә тыуып, беҙҙә үҫкән, икенсеһе - киленебеҙ.
Әлбиттә, бөгөн уларҙың килеү маҡсаты туғандарҙы, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы күреп, ҡунаҡ булып ҡайтыу түгел, ә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса методик совет йыйыу. Йыйҙылар. Ҡала хакимиәтендә.
Был турала тулыраҡ йома көнө гәзиттә бирелер.