Сара яңы педагогик кадрҙар әҙерләүгә этәргес бирер, башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙең абруйын һәм ихтыяжын арттырыр, туған телдәрҙе һәм туған әҙәбиәтте үҫтереүгә, популярлаштырыуға һәм уҡыу материалдары менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итер, тип уйлайым. Берлектәге тырышлыҡ менән башҡорт теленең яңы быуындар йөрәгендә йәшәүен һәм үҫешен дауам итеүен булдыра алырбыҙ, тип ышанам. Ҡатнашыусыларҙы киң программа көтә: ҡайһы бер белем биреү ойошмаларының презентацияһы, тематик майҙансыҡтар, күргәҙмә экспозициялары, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү һәм башҡалар. Съезд эшендә ҡатнашыу минең өсөн ҙур хөрмәт. Был сара туған телебеҙҙең абруйын күтәреүгә яҡшы этәргес бирер, тип өмөт итәм.