Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы үтте. Ҙур йыйында уҡытыусылар уҡытыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты, туған телде һәм әҙәбиәтте һаҡлау, үҫтереү, уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре тураҙында фекер алышты.
Баш ҡаланың төрлө учреждениеларында бер үк ваҡытта туғыҙ майҙансыҡ эшләне. Беҙгә интерактив башҡорт теленә арналған «Һомай» майҙансығында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Уны Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә ойошторҙолар.
РФ Мәғариф министрлығының дәүләт дөйөм белем биреү сәйәсәте һәм мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереү департаменты директоры урынбаҫары Сергей Васин ҡатнашыусыларҙы онлайн сәләмләне һәм емешле эш теләне.
БР Мәғариф һәм фән министрлығының дәүләт программаларын һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте тормошҡа ашырыу буйынса бүлек начальнигы Вадим Рәхмәтуллин, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезының мөһим маҡсаттарын һәм бурыстарын һыҙыҡ өҫтөнә алып, һуңғы йылдарҙа бик грамоталы ҡарарҙар ҡабул ителеүен билдәләне.
– Мәғариф һәм фән министрлығында милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге булдырылды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Һәм уҡытыусылары ассоциацияһы ойошторола, уны Рифат Әйүпов етәкләй. Башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында, Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, 2019 йылдан алып йыл һайын 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Башҡорт теленән диктант халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Быйыл беҙҙең акцияла 500 меңгә яҡын кеше ҡатнашты, – тип белдерҙе Вадим Рәхмәтуллин.
«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, үҙе лә педагог булараҡ, һәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһына ҙур ихтирам менән ҡарай. Ул «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһында тормошҡа ашырылған яңы проекттар, конкурстар тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Майҙансыҡта ҡатнашыусыларҙы башҡорт телен популярлаштырыу буйынса грант проекттарының уңышлы тәжрибәләре менән БР Башлығы Гранттары фондының генераль директоры Люция Сәйфуллина таныштырҙы. Һуңғы биш йылда 20 конкурс үткәрелде, уларға 4036 ғариза килде, тип билдәләне ул. Уларҙың 835-е еңеүсе булған һәм 1,3 миллиард һум күләмендә аҡса алған.
Башҡорт телен һаҡлау Һәм үҫтереү фонды хеҙмәткәре Гүзәлиә Исхаҡова башҡорт телендәге өҫтәл уйындарының тел өйрәнеүҙә әһәмиәте хаҡында һөйләне.
Юридик фәндәр кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының һанлы трансформация буйынса проректоры Айнур Хәйбуллин «Башпер» мәғлүмәт агентлығы системаһы менән таныштырҙы.
IT-белгес Айгиз Ҡунафин яһалма интеллект һәм уны туған телдәрҙе үҙләштереүгә нисек йәлеп итеү тураһында ентекле һөйләне.
«Һомай» майҙансығындағы эштең икенсе өлөшөндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн ғәмәли дәрестәр һәм уйындар үткәрелде.