Бөтә яңылыҡтар

Тел сәйәсәте – дәүләттең бурысы

Бөгөн Өфөлә  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезының дәүләт тел сәйәсәте мәсьәләләре буйынса эшлекле һөйләшеүе үткәрелде.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы майҙансыҡтарының береһе “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ойошторолдо. Дәүләт теле сәйәсәте мәсьәләләре буйынса эшлекле һөйләшеүҙе Өфө ҡала хакимиәте ҡарамағындағы Медиация хеҙмәте етәксеһе Максим Беляев алып барҙы.

Тыуған телде һаҡлау һәм үҫтереүҙә ниндәй проблемалар бар? Уларҙы нисек хәл итергә? Тыуған телдәге мәғарифты артабан камиллаштырыу, Рәсәй халыҡтары телдәрен һәм республикаларҙағы дәүләт телдәрен өйрәнеү өсөн ниндәй шарттар тыуҙырыу талап ителә?

Бөтә был мәсьәләләр түңәрәк өҫтәлдәр артында тикшерелде. Һәр өҫтәлдә – ҙур ҡағыҙ бите һәм ул икегә бүленгән – “Проблемалар”,  “Хәл итеү юлдары”. Уларҙы уратып ултырған мәғариф белгестәре, район хакимиәттәренең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, мәғриф идаралыҡтары мөдирҙәре һәм башҡалар, үҙ-ара һөйләшеп килешкәндән һуң, ошо биттәрҙе ҡулдан тултыра.  

“Бөгөнгө стратегик сессияла Башҡортостандың район-ҡалаларынан ғына түгел, ә Сыуашстан, Марий Эл һәм Удмуртия рсепубликалары  вәкилдәре лә ҡатнаша”, – ти Максим Беляев. – "Улар барыһы ла үҙ республикаларында тыуған телде уҡытыу менән шөғөлләнә. Ошо биттәрҙе тултырғанда проблемалар ғына түгел, ҡаҙаныштар ҙа иҫәпкә алына һәм артабанғы эшмәкәрлек ошо тәжрибә нигеҙендә дауам итер тип иҫәп тотабыҙ”.

Түңәрәк өҫтәлдәр “Тыуған телде һаҡлап ҡалыуҙа ғаиләнең роле”, “Мәҙәниәт”, “Һөнәри белем биреү”, “Фән һәм юғары белем алыу”, “Ҡануниәт”, “Әҙәбиәт” һәм башҡа темалар буйынса эшләне.

“Һеҙ – Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән кеше, ә ҡала балалары, ғәҙәттә, башҡорт телен насар белә йәки бөтөнләй белмәй, ә Һеҙ нисек башҡортса шулай һәйбәт һөләшергә өйрәндегеҙ?” – тип һорайым Башҡортостандың Дәүләт Йыйлышы – Ҡоролтайы депутаты, республиканың элекке мәғариф министры Айбулат Хажиндан.

“Мин телһөйәр ғаиләлә үҫтем бит”, – тип йылмая Айбулат Вәкил улы. – “Атайым менән әсәйем өйҙә үҙ-ара һәм беҙҙең менән тик башҡортса ғына һөйләшә торғайны. Ул ғына түгел, мин Рәми Ғарипов исемендәге гимназияны тамамланым, ә  унда, белеүебеҙсә, уҡытыу башҡорт телендә алып барыла. Былар барыһы ла тыуған телемә һөйөү уятмай ҡалманы”.

Автор:
Читайте нас: