Күмертауҙағы Методик советтан һуң, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетынан килгән делегация Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылына, "Батыр" һәм "Тирәккәй" балалар баҡсаларына туҡталды.
Был баҡсаларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә бүленгән иғтибар кимәлен, балаларҙы ҡыҙыҡһындырыусы дидактик материалдар торошон, ниндәй программаларға таянып эшләргә кәрәклеген һәм башҡа тәҡдимдәр, кәңәштәр бирелде тәрбиәселәргә был осрашыуҙа.
Лена Ғәббәсова, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.