Бөтә яңылыҡтар

Боҙолған аң

Бөгөн район хакимиәтендә телдәр буйынса комиссия ултырышы булды.

Боҙолған аң
Боҙолған аң

Һуңғы мәл туған телдәргә ҡарата иғтибар арта кеүек, шул иҫәптән, телдәр буйынса комиссияның эше лә күренә башланы. Фәтеүәһе бармы? Аҙыраҡ бар. Мәҫәлән, Туғыҙтимер йылғаһы исемен, ниһайәт, дөрөҫләп яҙып ҡуйғандар (Мораптал янында), дөрөҫ, башҡортса атамаһы нисек булмаған, һаман юҡ. 
...Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтова сығыш яһаны. Культура йәһәтенән, телгә бәйле, улар ниндәй саралар ойошторған. Ярайһы оҙон ғына килеп сыҡты сығыш, нимә-нимә, беҙ байрам итә беләбеҙ. Башҡорт, татар, рус, сыуаш телдәренә, мәҙәниәтенә бәйле байтаҡ саралар үткәрелгән. Бында бары тик концерттар ғына инмәй, китапханалар ҙа телгә арнап, саралар үткәреп тора. 
Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы ауылдарҙа йәй көнө мәҙәни сараларға иғтибар бирелмәй тип бошондо. Урам байрамдары, Шәжәрә, Һаумыһығыҙ, ауылдаштар кеүек байрамдарҙы, урындағы халыҡ үҙҙәре ойоштороп үткәрһә шәп булыр ине. 
Беҙ өндәшмәй ҡалмайыҡ тигәндәй, ауыл халҡы үҙе белеп тотонһа (өҫтән давайлап тормай ғына), байрамдары бик елле килеп сыға. Мәҫәлән, Яңы Мораптал, Молокан, Ермолаево, Кинйәабыҙ ауылдары былтыр шәп байрам яһаны. Ситтән ниндәйҙер түрә килдеме икән (юҡтыр), әммә саралары бик күңелле, ихлас килеп сыҡты. 
- Һеҙ нимә, халыҡ үҙе йыйылды ла, үткәрҙе лә ебәрҙе тип уйлайһығыҙмы, улай түгел ул, силсәүиттең әллә күпме сығымдары китә, - быныһы Ермолаево ауылы биләмәһе башлығы Марина Букреева, - икене үткәрҙек инде, етте. 

Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас: