Яңыраҡ ҡына (ғинуар айында) рәйес итеп һайланған Лена Ғәббәсова алып барҙы ултырышты, эште ҡоро тота икән – шуныһы оҡшаны.
Әлбиттә, күбеһенсә, телгә бәйле алып барылды сара, тәүҙә Лена Дим ҡыҙы Ҡоролтай эшенә байҡау яһаны, аҙ ғына ғүмер етәкләһә лә ойошманы апаруҡ эштәр башҡарып өлгөргән – мәғариф, мәҙәниәт өлкәһенә бәйле. Тәфсирләп яҙыуы артыҡ, кем «Юшатыр»ҙы уҡый, шул белә, ҡоролтайҙың эшен яҡтыртып барҙыҡ. Шуны иҫләп, рәйес беҙҙе лә маҡтап телгә алды, яҙылырға кәрәк берҙән-бер булған милли гәзиткә тип өндәне.
Урал батыр эпосын һөйләүселәр конкурсы онлайн форматта үтте, был килешмәй тине, тәнҡит һүҙендә, Күмертау теп-тере килеш үткәрә, ә район онлайн, имеш, улай булырға тейеш түгел, конкурстың бәҫе төшә, тип дәғүә белдерҙе. Рәшит Солтангәрәев уҡыуҙары юҡҡа сыҡты, Таймаҫтың ғына түгел, райондың бренды ине, тип бошондо.
Яуап итеп, район мәғариф бүлеге начальнигы Евгения Бочарникова былай яуапланы:
- Урал батыр онлайн үтте, сөнки ваҡыт тар ине, тиҙ-тиҙ генә ойошторҙоҡ та үткәрҙек, уның ҡарауы балаларыбыҙ беренсе-икенсе урындарҙы алды. Солтангәрәй уҡыуҙарына килгәндә, 2021 йылдан бирле үткәрелмәй, сөнки Мәғариф министрлығы ҡаршы төштө, уны Өфөлә үткәрәбеҙ тине.
Мәғариф өлкәһендә туған телдәр нисек уҡытыла? Районда һәммәһе 1846 уҡыусы белем ала, шуларҙы барыһы ла башҡорт телен өйрәнә. Башҡорт телен бөтөн 582 башҡорт балаһының 429-ы туған тел булараҡ уҡый. Татар телендә 90, сыуаш телендә – 43 бала уҡый. Миграция ныҡ көслө, тоталар ҙа мәктәптәрҙе ябаһығыҙ тип, беҙҙе әрләйҙәр, беҙҙең башҡа юл юҡ. Класта 14 бала, һис юғы, 9 бала булырға тейеш, шул саҡта ғына мәктәп ябылмаясаҡ. Ә әле ҡарағыҙ. Иҫке Отрадала яңыраҡ ҡына йөҙҙән ашыу бала уҡый ине, әлеге мәлдә 27 уҡыусы ҡалды. Былтыр шулай бер нисә мәктәпте яптыҡ. Мәжбүр булып яптыҡ – беҙ уйлап сығарған ҡағиҙә түгел ул.
- Улайһа, тиҙҙән районда өс-дүрт мәктәп кенә ҡала булып сыға – Яҡшымбәт, Яңы Мораптал, Яңы Таймаҫ һәм Ермолаевомы? – йәне көйөп, Свобода биләмәһе башлығы Фәнис Рахманғолов тороп уҡ баҫты.
- Уныһын әле тотоп ҡына әйтә алмайбыҙ. Ситкә күп китәләр, бала тапмайҙар.
- Эх, ҡартайып киттек, бәлки, бер икене тупылдатыр инек, - Фәнир менән Тамара Малбаевтар шулай тип урындан ғына көрһөнөштө.
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.