Лира Тереғолованың был комиссияла беренсегә ултырыуы, шуға ҡайһы бер деталдәрҙе ҡабатлап һорап, асыҡлыҡ индереүҙе кәрәк тип тапты.
- Теге ултырышта ниндәй ҡарар ҡабул иткәйнегеҙ?
- Шундай-шундай.
- Аңлауымса, барыһы ла ҡағыҙҙа ғына ҡалған?
- ...
Спорт өлкәһендә дәүләт телдәрен ғәмәлгә ашырыу буйынса Светлана Швецова сығыш яһаны. Һәр спорт сараһында ике телдә һөйләйбеҙ, тине Светлана Михайловна.
Мораптал башлығы аңлатма һораны:
- Лира Рафаиловна, мин ҡайҙалыр хәбәр һөйләйем икән, ике телдә лә әйтергә тейешме, ҡайһыһын тәүҙән әйтергә, башҡортсаһын йәки руссаһын?
- Ике телдә лә сығыш яһарға тырышырға кәрәк. Әлбиттә, Марина Владимировна, - ул Букреева яғына ымланы, - ике телдә лә әйтә алмаҫ, әммә башҡалар әйтә ала. Татарстанда ике телдә һөйләү - талап, беҙҙә бары тик теләк кенә, - тип бошонғандай әйтеп ҡуйҙы Л. Тереғолова.
Рустар соборы исеменән Анна Глущенока ғәйәт оҙон теләм тотто. Телдәргә әллә ни ҡағылышы булманы, күберәге музей эшмәкәрлегенә арналды сығышы.
Йәмәғәт палатаһының да тел тип сабып йөрөүе. Эльза Васильева 100-ләп социаль объектарҙы тикшерҙек, беҙгә өҫтән ҡушалар, тағы ла тикшерәһе ерҙәребеҙ бар, әммә машина юҡ тип, башлыҡҡа төбәлде.
- Машина менән бәлә, әммә хәл итергә тырышырбыҙ, - тине башлыҡ.
Комиссия составын яңыртыу мотлаҡ, был турала үткәнендә лә һүҙ күтәрелгәйне, составта башҡорт, рус теле уҡытыусылары булырға тейеш.
- Мин ҡарап сығам, составҡа исемдәрҙе үҙем керетәм, - тине Лира Рафаил ҡыҙы.
Артабан киттек - тел тураһындағы законды тормошҡа ашырырға.