Рухлы яҡташыбыҙ ҡайҙа йәшәһә лә туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен бер ваҡытта ла онотмай. Әле лә ул ҡыҙы менән халыҡ-ара милли кейем конкурсында ҡатнашып еңеп сыҡҡан. 8 йәшлек Юлиә лә башҡортмын тип ғорурланып йөрөй икән үҙен.
- Башҡортостанымды һис шикһеҙ яратам. Йыл һайын тыуған яҡтарыма ҡайтып, мотлаҡ Ағиҙелебеҙ буйлап ағып төшәбеҙ. Уның тәбиғәтенең матурлығына ҡабаттан ғашиҡ булып, йыл буйына етерлек көс, илһам туплап китәм. Ҡыҙыма ла ныҡ оҡшай. Ул өләсәһе менән Свобода ауылында бәрәңге сәсә, баҡсаға һыу һибәләр, хатта йомортҡа ла һаталар бергә. Миңә Ҡазанға, Дағстанға барырға тәҡдим итәләр, әммә миңә Башҡортостанымдан башҡа бер ер ҙә кәрәк түгел, унһыҙ йәшәй алмайым, - ти Эльвира Илшат ҡыҙы. Афарин, ҡыҙҙар! Киләсәктә лә ошолай рухлы булып ҡалығыҙ, уңыштар һеҙгә!