Хакимиәт янында комиссия бар, уныһынан тыш башҡа йәмәғәт ойошмалары, юҡ ваҡытын бар итеп, магазиндыр, учреждениеларҙыр буйлап саба – былар алтаҡтаға дөрөҫ яҙҙымы икән? (Әйтерһең, тел проблемаһы бары тик ошо яҙыуҙарҙа). Хатта эшһеҙлектән йонсоп ултырған бизнес-шерифты ла эшкә егәләр: әйт әле эшҡыуарҙарға, вывеска-ғәләмәтен дөрөҫ яҙһындар.
Күмертау ҡалаһында урынлашҡан бер магазин, тел тип, оҙаҡ яфаланмаған. Иң мөһиме бит нимәлә: башҡорт-татар кешеһе яҙылғанды аңлаһын. Былар тап ошо принциптан эш иткән – выходных юҡ. Аңлашыламы? Бик шәп аңлашыла. Юҡ тек юҡ, еще әйбәтерәк, тимәк, көн дә киләбеҙ.