Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
16 Декабрь 2025, 07:41

Артабан да дәртең һүнмәһен

 Мин үҙебеҙҙең Яңы Таймаҫ ауылы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы, өлкән төркөм тәрбиәсеһе Исмәғилова Нурзия Рәшит ҡыҙы тураһында яҙып китмәксемен.

Артабан да дәртең һүнмәһен
Артабан да дәртең һүнмәһен

Яңы ғына, беҙҙе ҡыуандырып, сираттағы конкурста ҡатнашып, еңеү яулап ҡайтты. Бөтә донъя башкорттары Ҡоролтайы, БР Мәғариф министрлығы менән берлектә Аҡбуҙат журналы ойошторған "Иң шәп өләсәй"тигән республика буйынса үткәрелгән конкурста 3 сө урын алып ҡайтты. Башҡорт теленең әһәмиәтен үҫтереүгә күп көс һала ул. Балалар менән үткәргән саралары сағыу, дәртле үтә. Әленән әле төрлө кимәлдә үткән конкурстарҙа ҡатнашып тора.
31 йыл бер эшләү дәуерендә уның сығарылыш балаларының иҫәбе һаны юҡ. Ауыл тормошонала битараф түгел ул. Беҙ, ата-әсәләр, шулай уҡ дәрте һүнмәһен артабанда,шулай актив булһын тип теләйбеҙ. Алдағы эшендә, тормошонда уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Рәсимә Солтангәрәева, Яңы Таймаҫ ауылы.

Автор:
Читайте нас