Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
16 Декабрь 2025, 15:46

Дәртле өләсәй

Иң әүҙем, дәртле ауылдаштарыбыҙҙың береһе Земфира Ғүмәрова хаҡында һүҙем.

Дәртле өләсәй
Дәртле өләсәй

Өлгөр, һәр ерҙә лә әүҙемлелек күрһәткән, бөгөнгө көндә “Алһыу” балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләп йөрөгән Земфира Хәниф ҡыҙы быйылғы йыл Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, Башҡортостан республикаһы Мәғариф министрлығы менән берлектә Аҡбуҙат журналы ойошторған, республика буйынса үткәрелгән "Иң шәп өләсәй" конкурсында ҡатнашып, беренселекте яулай! Был конкурста ҡатнашыу өсөн ул бик күп көсөн һала. Хатта Мораптал ауыл биләмәһендә “Йәш өлөсәйҙәр клубы”н булдыра. Төрлө патриотик саралар ойоштороп, башка йәш өләсәйҙәр менән берлектә, йолаларҙы тергеҙеүгә, башҡорт теленең әһәмиәтен үҫтереүгә һәм киләсәк быуынға еткереүҙә, тос өлөш индерә.
Земфира Хәниф ҡыҙы тәрбиәсе булып эшләү дәүерендә, ике кадет төркөмөн сығара, быйылғы йылда “Мәктәпкәсә йәштәге бөркөттәр” отрядын сығарылышҡа әҙерләй. Уның тәрбиәләнеүселәре апаларын бик яраталар, ә ата-әсәләр хөрмәт итәләр һәм бик рәхмәтлеләр уға. Земфира Хәниф ҡыҙына алдағы көндәрҙә һаулыҡ, эшендә уңыштар, дәрте һүнмәүен, яңынан яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ һәм сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Альфира НИҒМӘТУЛЛИНА, Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге музей директоры

Автор:
Читайте нас