Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
27 Февраль , 16:37

Күмертауҙа тел ғәме

Ҡала Хакимиәтендә телдәр буйынса комиссияның ултырышы бара.

Күмертауҙа тел ғәме
Күмертауҙа тел ғәме

Яңы урынбаҫарҙың - Юлия Чеботаеваның бындай комиссияны тәүге тапҡыр үткәреүе, буғай.

Комиссия, ҡәҙимгесә, эшлекле генә бара. "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсы йомғаҡтары тураһында мәҙәниәт идаралығы начальнигы Светлана Тураева һөйләне. Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған саралар тураһында ҡалала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәмиғолова сығыш яһаны."Хатаһыҙ ҡала" конкурсы тураһында Әлфиә Дәүләтшина телмәр тотто, һөйләгәнде аңламай, аптырап ултырмаһындар тип, башҡортса белмәгән алты кешегә рус телендәге тәржемәләр таратылды. ЗАГС начальнигы Айгөл Иҙрисова башҡорт телендә никах теркәүҙе һөйләне, исем ҡушҡанда ҡулланыу өсөн китаптар ҙа ҡулланыуын әйтте. 

- Әлфиә Файзрахмановаға рәхәт, уның библиотека хеҙмәткәрҙәре күп, беҙҙең ундай команда юҡ, - тип уфтанышты сыуаш, татар ойошмалары...

Был хаҡта ла тулыһынса гәзиттә биреләсәк.

Автор:
Читайте нас