Егерме етенсеһе. Аҙаҡҡыһы түгел

Ермолаевола "Урал батыр" эпосын һөйләү, башҡарыу буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһе үтте.

Егерме етенсеһе. Аҙаҡҡыһы түгелЕгерме етенсеһе. Аҙаҡҡыһы түгел
Егерме етенсеһе. Аҙаҡҡыһы түгел

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына, Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған ине быныһы, сираттағыһы, 27-һе.
Күп кенә ҡатнашыусылар килгән, яндарында сәсәндәрҙе әҙерләгән уҡытыусылары йүгерешә - бик мөһим сара бит был, урын алмайынса ҡайтһаң, бөтөн ауыл көлөр кеүек! 
Ярты көндө алды һөҙөмтәлә был конкурс, сығыштар күп булды, хәстәрҙәре мәңге бөтмәҫ уҡытыусыларҙың аҙаҡтараҡ түҙемлеге бөтә башланы: әйҙәгеҙ, йәһәтләйек (баһаларҙы тиҙерәк ҡуйығыҙ), юҡһа, автобусты тиҙерәк алып ҡайтырға кәрәк. 
Уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа ныҡ арыны, әлбиттә, асыҡты. Әммә, ниңә генә килдем икән бында тип, үкенеүсе булмағандыр, ҡатнашыусының һәр бере бүләкһеҙ ҡайтманы.
- AY YOLA һымаҡ итеп берәй номер әҙерләгәндә, шәп булыр ине.
Өлкәндәр үҙ-ара шулайыраҡ фекер алышты. Бер бала һикһән, икенсеһе йөҙ, өсөнсөһө өс йөҙ юл ятлаған - жюри быныһына ғына түгел, сәсәндең кейеменә, үҙен тотошона, актер оҫталығына ла иғтибар итте. Рус мәктәптәренән дә килгәндәр бит әле, - тип ҡыуаныштылар, беҙ бит башҡа милләт кешеһе яңғылыштан ғына Сәләм тип өндәшһә лә әллә кем булабыҙ ҙа китәбеҙ. Телебеҙ, ысынында, бөтөп бара...
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас