

Ултырыш бөгөнгө көндә актуаль булған темаға - башҡорттар ҡоролтайы янында башҡорт ырыуҙары ҡоро ойоштороу, яңы ҡорҙоң ниндәй буласағын хәл итеүгә арналды. Идея авторы - тарихсы, яҙыүсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Тәлғәт Шаһманов. Ултырышҡа төрлө ырыу вәкилдәре лә саҡырылды. Бөгөгө заманда, глобалләшеү кеүек төшөнсәләр алғы планға сыҡҡанда, үҙ тамырҙарыңды, туған телеңде, тарихыңды белеү ныҡлы рухи нигеҙ булып тора. Атай-әсәйҙәргә ҡала ерендә балалар тәрбиәләүҙә, төрлө тарафтан тәьҫир иткән мәғлүмәти насар баҫымға ҡаршы торорға ярҙам итә. Бөгөн күптәр тарихты өйрәнеп, үҙенең ниндәй ырыуға һәм нәҫелгә ҡарауын белергә ынтыла.
Һуңғы йылдар Күмертау ҡалаһында башҡорттар һаны арта. Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте бик борондан, тәү сиратта - берләштереүсе көс булып тора.
Яңы ҡор алдында торған мәсәләләр: халыҡ кәсептәрен нисек тергеҙергә? Ҡала ерлегендә нисек итеп рухлы балалар тәрбиәләргә? Димләү мәктәбен нисек йәнләндерергә? Ошо һәм башҡа һорауҙар хәл ителәсәк. Шул иҫәптән, һәр ырыуҙың арҙаҡлы шәхестәр исемлеген асыҡлау һәм уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү, үҙенсәлекле милли ризыҡтары исемлеген туплау һәм өйрәнеү, шәжәрә байрамдарын уҙғарыу ҙа — кәрәкле эш. Ғөмүмән, һәр ырыу вәкилдәре көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышайыҡ, уларҙы хәл итеү буйынса иң ҡулай ысулдарҙы тәҡдим итегеҙ. Яңы ҡорҙоң ойоштороу комитеты - кураторы тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Әлфиә Рәжәпова.
Ҡала ерендә йәнле аралашыу барыбыҙ өсөн дә бик кәрәк. Беҙҙең ҡороға ҡушылырға теләүселәр, йә уны ойоштороу буйынса үҙ идеяларын тәҡдим итергә – 89631317232 телефоны аша мөрәжәғәт итергә, йә ҡала ҡоролтайының контакттағы төркөмгә: https://vk.com/club174321159, йә контакттағы А. Разяпованың шәхси сәхифәһенә яҙа ала.
Үҙегеҙҙең ғаилә тамырҙарын өйрәнергә һәм балаларығыҙға тапшырырға теләктәрегеҙ булһа - ырыуҙар хәрәкәтенә ҡушылығыҙ!
Әлфиә ШӘМИҒОЛОВА, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе