Юҡҡа яҙманыммы?

Бөгөн шундай әһәмиәтле көн – башҡорт телендә Халыҡ-ара диктант яҙыу көнө

Юҡҡа яҙманыммы?Юҡҡа яҙманыммы?
Юҡҡа яҙманыммы?

2015 йылдан башланған акция ул был. Ун йылдан ашыу барһа ла, бер тапҡыр ҡатнашҡан булманы – диктант яҙыу ҙа булған эш. Былайтып ҡына телде үҫтереп булһа. Туған телдә аралашҡаны йылдан –йыл кәмей, быны күреү өсөн махсус белгес булыу кәрәкмәй, ауылдарҙа ла хәҙер балалар русса ғына аралаша. Күмертау йәки бүтән ҡалала йәшәүселәрҙе әйтеп тораһы түгел – хәлдәребеҙ ҡыҙғаныс. Шуға ла был сараға әһәмиәт бирмәй инем.  Икенсе яҡтан, һуңғы тапҡыр диктант тигәнде (руссаһын да, башҡортсаһын да) ҡасан яҙҙым икән? Инсититутта яҙҙырманылар, буғай. Тимәк... 1994 йылда килеп сыға.  Тота һалып, ҡапыл, шәпләнеп, диктант яҙырға ултыр... Әлләсе. Рәте булырмы? Хаталар әллә ни күп булмаҫ, был яғына шик юҡ, яҙыуҙы тикшергәне почеркты аңламай бер булыр. Рәшит Солтангәрәев, ручка менән үҙе яҙғанды, һуңынан, редакция буйлап, яҙмаһын башҡаларға күрһәтеп йөрөгән: уҡып ҡара әле, бәлки, һин минең нимә яҙғанды аңларһың, үҙем аңлай алмайым. Рәшит Миһран улынан алыҫ китмәгәнмен. Ошо яғы ҡурҡыта.

Күҙ ҡурҡыр, ҡул эшләр – яҙҙым. Утыҙ йылға бер тапҡыр туған телдә диктант яҙҙым. Күмертауҙың М. Исҡужин исемендәге прогимназияһында. Башланғыс кластар мәктәбе ул, инде биш тиҫтәгә етеп барһам да, үҙемде мәктәпкә тәүге тапҡыр килгән беренсе класс балаһылай хис иттем. Быныһы тәүҙәрәк, аҙаҡ, диктант яҙам тип килгән йәмәғәтте күрәгс, тын иркенәйеп китте, иң оло яҙыусы Динә Ғәҙеләйева – ауылдаш, тексты уҡығаны – Гөлназ Йәмилова – ауылдаш, башҡалары  ла һәр килгәне иң яҡын туған кеүек.  Ире Ҡотлоюлдан, ҡатыны Яманһарынан булған Байрамғоловтар ғаиләһе, Азат, Роза, уларҙың сабыйҙары, барыһы ла килгән, бик күркәм күренеш булды был. Тел проблемаһы хаҡында уйлап, ҡайғырған мәлдә, былар барыһы ла дауа булды, йөрәктең һыҙланыуы, бер аҙға булһа ла, баҫылғандай тойолдо.

...Милли телдәр бөтөп бара. Уны һаҡлар өсөн нимә эшләргә, ҡайҙа барырға? Яуапты, ҡыҙғаныс, береһе лә бирә алмаҫ. Әммә, барыбер, ниҙер эшләргә тырышырға кәрәк. Мин яҙған диктант (минән башҡа төрлө тарафтарҙа яҙған меңләгән башҡаһыныҡы ла)  әгәр башҡорт теле һаҡлауға бер мыҫҡал булһа ла өлөш кереткән икән, прогимназияға юҡҡа бармағанмын, диктантты бушҡа яҙмағанмын.

Автор:
Читайте нас