Ул килде – йәнле һүҙ алып килде

Күмертау ҡалаһының 30-сы «Торнаҡай» балалар баҡсаһында был көн ысын байрамға әйләнде. Иртәнсәк үк төркөмдәргә матур итеп биҙәлгән, яңы китап-дәфтәрҙәр тултырылған ҙур төргәктәр килтерҙеләр. Тәрбиәселәр балаларға:   — Беҙгә башҡорт телен өйрәнеү өсөн бик шәп бүләктәр ебәргәндәр! — тип хәбәр итте. Ошо изге эштең сәбәпсеһе тиҙ үк билдәле булды. Төштән һуң балалар баҡсаһына Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Лена Дим ҡыҙы Ғәббәсова үҙе килеп инде. Уның менән бергә йылылыҡ һәм шатлыҡ тулҡыны ла ингәндәй тойолдо.

Ул килде – йәнле һүҙ алып килдеУл килде – йәнле һүҙ алып килде
Ул килде – йәнле һүҙ алып килде

Залға сафҡа теҙелеп баҫҡан балаларҙы күреп, Лена Дим ҡыҙы ихлас йылмайҙы:

 — Һаумыһығыҙ, бәләкәс дуҫтар! Һеҙҙең кеүек зирәк, шуҡ малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙ туған телен белеп үҫергә тейеш. Бына ошо «Йәнле һүҙ» комплектары һеҙгә ярҙамға килер. Уларҙың һәр битендә халҡыбыҙҙың тарихы, моңло йырҙары һәм йомаҡтары йәшерелгән.

Ул ҡулына сағыу төҫлө, ҙур хәрефтәр менән яҙылған китапты алды ла, уның тәүге биттәрен асты. Балалар шунда уҡ шымып ҡалды: китап эсендәге тере тауышлы QR-кодтарҙан ҡурай моңо ағылды, ә артабан экранда дәртле бейеү хәрәкәттәре күренде. Был мөғжизәгә балаларҙың күҙҙәрендә осҡондар тоҡанды. Сағыу әсбаптар уларҙа шунда уҡ ҡыҙыҡһыныу уятты. Берәүҙәр атай-әсәйҙәре менән бергә йомаҡ сисергә тотондо, икенселәре планшеттағы уйындарҙы мауығып тикшерҙе, ә кесерәктәре, ҡысҡырып, таныш булмаған ләкин матур яңғыраған яңы һүҙҙәрҙе ҡабатларға тырышты.

Лена Дим ҡыҙы һәр төркөмдә булып, кескәйҙәр менән аралашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ул балаларға башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев тураһында ла, боронғо йәйләүҙәрҙә нисек итеп ҡымыҙ бешкәндәре хаҡында ла һөйләне.

Сара аҙағында мәктәпкәсә учреждениеның педагогик коллективы уны уратып алды. Тәрбиәселәрҙең береһе, тулҡынланыуынан бит остары алһыуланып, оло рәхмәтен белдерҙе:

— Лена Дим ҡыҙы, һеҙгә халҡыбыҙҙың рухи мираҫына, беҙҙең мәҙәниәтебеҙгә һәм йолаларыбыҙға күрһәткән ҙур иғтибарығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ошо китаптар ярҙамында башҡорт теле дәрестәребеҙ тағы ла мауыҡтырғыс һәм фәһемлерәк буласағына иманыбыҙ камил! Хәҙер инде балалар туҡтауһыҙ «Ниңә?», «Нисек?» тип һорап ҡына торасаҡ, сөнки яуаптар бына ул — уларҙың ҡулында.

Ҡунаҡ китаптарҙы тапшырып ҡына ҡалманы, ә тәрбиәселәргә методик ярҙам да вәғәҙә итте. Балаларға иһә яңы уҡыу йылына ҙур бүләк — үҙ тамырҙарын, үҙ моңон һәм ата-бабалар һүҙенең тылсымын тойоу бәхете эләкте. Киләсәктә был «Торнаҡай» баҡсаһынан сыҡҡан һәр бала башҡорт телен яҡшы белгән, ғорур һәм белемле шәхес булып үҫер тигән ышаныс уянды.

Автор:
Читайте нас