Унда авиация техникаһы күргәҙмәһе ойошторолдо, күрһәтмә осоштар ҙа булды.
Байрамды КүмАПП-тың генераль директоры Ольга Плохова асты.
- Ҡәҙерле яҡташтар! Хөрмәтле завод хеҙмәткәрҙәре һәм «КүмАПП» акционерҙар йәмғиәте ветерандары! Һеҙҙе Рәсәй Һауа флоты Көнө менән ҡотлайым! Күмертау ҡалаһы халҡы өсөн Һауа флоты көнө яратҡан байрамдарҙың береһе, сөнки заводтың ҡала халҡы менән бәйләнеше һәр ваҡыт өҙлөкһөҙ булды. Авиация - ул һәр ваҡыт тик алға һәм тик өҫкә, яңы бейеклектәргә һәм ҡаҙаныштарға хәрәкәт итеү. Бөгөн дә КүмАПП - «Ка» маркалы вертолеттарҙың төп етештереүселәренең береһе һәм был ҡыйыу, талантлы, үҙ эштәрен яратып башҡарыусы кешеләрҙең көндәлек эш һөҙөмтәһе.
Үҙҙәренең оҫталығы һәм баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһе өсөн завод ветерандарына айырым рәхмәт. Улар йәштәргә өлгө күрһәтә һәм үҙ һөнәрҙәренә һөйөү тәрбиәләй. Беҙ авиатөҙөүселәрҙең бөгөнгө быуын ҡаҙаныштары менән дә ғорурланабыҙ. Ватан авиацияһының иң яҡшы традицияларын һәм хеҙмәткә, тыуған коллективҡа тоғролоҡто һаҡлап, предприятие хеҙмәткәрҙәре бөгөн заманса авиация техникаһын үҙләштерә, илдең оборона һәләтен нығытыу буйынса ҡатмарлы дәүләт бурыстарын хәл итә. Ҡәҙерлеләрем, барығыҙға ла дөйөм байрамыбыҙҙа ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, артабанғы уңыштар теләйем!
Аҙаҡ “Вертолет” авиация техникаһы паркына оҙаҡ йылдар КүмАПП директоры булған Борис Малышевтың исемен биреү тантанаһы булды.
- 1987-2007 йылдар, ниндәй йылдар бит әле! Илдең көрсөккә барып төртөрлгән йылдары, әммә Борис Сергеевич үҙен булдыҡлы директор итеп күрһәтте, завод эшселәренең дә, ҡала халҡының да хәтерендә мәңгелеккә ҡалды. Ул КүмАПП директоры булған осорҙа санаторий асылды, эшселәргә 40 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлдө, - тип дауам итте һүҙен Ольга Николаевна. Тантанала Малышевтың ҡатыны Наталья Сергеевна ла бар ине, хәләл ефете күп һөйләп торманы: минең иремде хөрмәт иткәнегеҙ өсөн бөтәгеҙ алдында баш эйәм!
Байрам алдынан ҡойоп ямғыр яуҙы, был туҡтамаҫ, эште боҙор тип көтһәк тә, һауа кешеләргә ҡарата миһырбанлыҡ ҡылды. Тәүҙә мыжып, күҙ йәштәрен ағыҙып маташты ла тынысланды. Саралағы күңелле йырҙар, дәртле бейеүҙәр барыһының да кәйефен күтәрҙе.
Рәсәй Һауа флоты көнөндә бүләкләнеүселәр ныҡ күп булды. Республика, ҡала күләмендә бүләкләнеләр ҙә бихисап ине, кемдер атҡаҙанған да алды. Фото конкурста ҡатнашыусылар ҙа сәхнәгә саҡырылды, һәр кем бүләктәр менән билдәләнде.
Бүләк алыусылар ҙа, уны биреүселәр ҙә бөтәһе бер теләй әйтте - һауабыҙ таҙа, ҡояшлы булһын.
2020 йылдың 26 февралендә XIX Рәсәй сәнәғәт форумында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров: «Республикабыҙ Хөкүмәте өсөн Сәнәғәт производствоһы һәм иҡтисад – төп бурыс. Һеҙ булмаһағыҙ –һалымдар ҙа, социаль үҫеш тә, башҡа бөтә нәмә лә булмаясаҡ. Шуға күрә сәнәғәт үҫешенә бәйле бөтә нәмә туранан-тура минең шәхси иғтибар өлкәһендә.