Все новости
Социаль мөхит
2 Июня 2023, 13:08

Рәхмәттәремде еткерәм

Әсәм мине яңы тыуған сабыйҙар бүлегендә ҡалдырып киткән. 

Рәхмәттәремде еткерәм
Рәхмәттәремде еткерәм

Яҡты донъяларға ауаз һалғас та, тапҡан әсәм мине Күмертау ҡала дауаханаһының яңы тыуған сабыйҙар бүлегендә ҡалдырып китә. Бәхетемә, мин унда оҙаҡҡа яңғыҙ ҡалмағанмын, бөгөнгө көндә лә миңә бар наҙын, иркәһен биреп тәрбиәләгән әсәйем Ирина, мине үҙ ҡарамағына ала. Яҙаһы хатым, үҙе бәләкәй генә булһа ла, мөхөббәт һәм изгелек менән тулы, оло йөрәкле, аҡыллы һәм сабыр ханым, минең әсәйем тураһына.
Уның һөйләүҙәре буйынса, бала табыу йортона сабый алырға тигән ниәт менән килгәс, уға иң беренсе мине күрһәткәндәр һәм ул тәү күреүҙән мине яҡын күргән, башҡа сабыйҙарға күҙ ҙә һалып тормаған. Минән башҡа унда тағы ике балаһы булған бит, уның тап мине һайлауы, тап минең әсәйем булыуына һаман ҡыуанып бөтә алмайым.

Рәхмәттәр менән ҡыҙың Карина.

Каринаның хаты тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

 
Автор:
Читайте нас: