-5 °С
Облачно
Роман Дәминов тап шундайҙарҙан. Әле, Һабантуйға тип, һары ҡом алып килгәндәр. Таҙа, матур ҡом. Ә Түкәндә ул юҡ, йәғни, балалар майҙансығында бала-саға рәхәтләнеп аунап уйнарлыҡ йомшаҡ ҡом юҡ. Роман Радик улының, ҡом тейәгән Камазды күргәс тә, башына уй килгән: аҙ-маҙ булһа ла бынан файҙа сығарып булмаҫмы? Файҙаһы үҙенә түгел, Түкән ауылы балаларына. Сығарған. Әле алып барып ауҙарғандар. Тимәк, ауылдың бәләкәс кешеләре бөгөндән башлап майҙансыҡтарында рәхәтләнеп уйнай ала.