Оло йәштәге бабай шулай тип өндәшкәс, уның өмөтөн аңлап (ярты быуаттан артыҡ ғүмер бергә йәшәгәндәр- уйын эш түгел), ҡала ЗАГС-ына юл тоттоҡ. Бында ремонт башланғайны, шуға, һәрмәнеп тигәндәй, тишек-тошоҡ аша, керер ерҙе саҡ табып, барып индек. Начальник үҙе ялда икән, ике бик яғымлы, мөләйем ҡатын ултыра. Йомошто әйттек. Шулай-шулай, бабайыбыҙ әбейе менән, талашмай-һуғышмай, татыу итеп 55 йыл йәшәп ташлағандар -был бит батырлыҡҡа тиң, ошо ҡаһарманлыҡтары өсөн һеҙҙең яҡтан берәй төрлө бүләк-фәлән яһап, ҡулдарын ҡыҫып, ҡотлап китеп булмаҫмы? Оло кешеләргә уның бүләге лә, ысынында, кәрәкмәй, иғтибар кәрәк.
- Бергә йәшәгәндәрҙе бүләкләү - хөкүмәт тарафынан регламентланған. Никахтарын боҙмай, 40, 50, 60 йыл йәшәгәндәрҙе генә тәбрикләргә хоҡуҡ бирелгән. Аңлайбыҙ, һәр береһен ҡотлағы килә, әммә тәртипте боҙа алмайбыҙ. Тағы ла биш йылдан килһендәр.