Спорт
24 Ноябрь 2023, 04:26

Һынатманыҡ

М. Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ ла үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса зона спартакиадаһы үтте.

ҺынатманыҡҺынатманыҡ
Һынатманыҡ

Ярышта Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишимбай ҡалаларының көрәшселәр командаһы ҡатнашты.
Был бәйгелә беҙҙең көрәшселәр яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.
Үҙ ауырлыҡ категорияларында, Ҡыуандыҡов Бәхтиәр, Сәлихов Батыр, Ғәлләмов Руслан, Сафаров Динис – 1-се урын, Аҙнабаев Әсфән , Гвоздик Артур – 2-се урын, Кирәйев Илгиз, Өмөрҙаҡов Әмир – 3-сө урын яуланы.
Командалар араһында беҙҙең команда көрәшселәре 1-се урынға сыҡты.
1-се, 2-се урын яулаған көрәшселәр финалға үтте. Афариндар!
Әсхәт ШӘРИПОВ, М.Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ-ның көрәш буйынса тренеры

Автор:
Читайте нас