Все новости
Спорт
1 Марта , 10:16

Хоккейҙан да ҡыйыныраҡ

Кисә еңелдек. 

Хоккейҙан да ҡыйыныраҡ
Хоккейҙан да ҡыйыныраҡ
Һай, егеттәр-егеттәр, бөтөн ғаләм һеҙҙең өсөн янып, еңеү көҫәп ултырғанда шулай насар уйнамы кеше? Беҙҙең районда йәшәгән бер инәй (хәтәр көйәрмән үҙе) әйтмешләй: этеп-төртөп, тырышып-тырмашып, нисек буһа ла керетәм мин бер шайбаны. 
Плей-оффтың беренсе уйынында (етмәһә, өйҙә) уңманыҡ. Кисә Көйөргәҙе районы көйәрмәндәре лә киткәйне матчты ҡарарға. Дәртле аҙымдар менән барҙылар - еңәбеҙ! Тракторҙы һүндерәбеҙ. Һүндерҙең! 
Бер ямандың бер яҡшыһы була: уның ҡарауы, Кинйә-Абыҙҙы тағы ла күрҙеләр. Команданың уйынсылары ла Кинйәгә иғтибар итһен ине, улар, күпме ҡыйынлыҡтар аша үтеп, еңеүсе булған халыҡ - "Айыҡ ауыл"да еңделәр. Был еңеүҙе яулау, уйлап ҡараһаң, бәлки, хоккейҙа еңеүҙән ҡыйыныраҡтыр әле. 
Автор:
Читайте нас: