Йөрөй ине генә түгел, тынғылыҡ бирмәй, Уҡсылар ярышын тыуған ауылында үткәрергә. Был хаҡта беҙгә былтыр уҡ әйткәйне, ҡайһы бер кешеләр кеүек, ҡыҙған баштан әйтте лә онотто түгел, ә оҙаҡҡа һуҙмай, эшләп тә ҡуйҙы.
Республиканың байтаҡ ҡына район-ҡалаларынан килгән бөгөн уҡсылар. Кинйә Арыҫлановтың яҡты иҫтәлегенә арнап үткәрелгән ярыш, ысын мәғәнәһендә, халыҡ байрамына әүерелде. Фәнис тә Фәнис тейбеҙ, был бәйгене ойоштороуға күп кеше өлөш кереткән. Фотола бар, һанап тормайбыҙ, иллә мәгәр, Ф. Рахманғолов уларға рәхмәт әйтеп бөтә алманы. Уйын эшме ни, ярыштың приз фонды 90 мең һум.
Репортаж киләһе һанда гәзиттә баҫыла.