Әсәйҙәрҙән Рания Ислам ҡыҙы Исхакова ҡыҙы Аделина, Зөлфиә Рәхмәтулла ҡыҙы Абукаева кесе улы Рөстәм,Гөлдәр Ҡансурина ҡыҙы Эльза һәм улы Данил менән стартҡа баҫтылар. Аллабирҙе мәктәбе уҡытыусыһы Закир Әлим улы Әлибаев ауылда, районда уҙғарылған бөтә спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша: оҫта шахматсы,саңғысы ла ул. Өлкән уҡытыусы Тәлғәт Әҡсән улы Мөхәмәтйәнов өсөнсө урын яуланы.
Күмертау ҡалаһында уҡып йөрөүсе Азалия Куҙбаева 13-15 йәшлектәр араһында һоҡланғыс еңеү яуланы: йүгереүселәрҙе 100 метр ҡалдырып китеп финишҡа беренсе килде! Ҡартатаһы ла беренсе тапҡыр ярышҡа сыҡты. Афарин ,спорт һөйгән аллабирҙеләр.
Сания Кузбаева, Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы.