Все новости
Спорт
18 Октября , 14:53

Салауат Әминев МХО ветерандары араһындағы турнирҙа ҡатнаш

Салауат Юлай улы Әминев "Рәсәй - спорт державаһы" форумы сиктәрендә Өфөләге Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә махсус хәрби операция ветерандары араһында уҙған "Беҙҙең заман геройҙары" турнирына Ғафури районының Красноусол ауылынан килгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-уҙаман спорт менән шөғөлләнә. Ауыр яраланып ҡайтҡас, шөғөлләнер өсөн уҡ атыу, пауэрлифтинг, ултырып волейбол уйнауҙы һайлай.

- Ярыштар бик матур ойошторолған. Бергә хеҙмәт иткән хеҙмәттәштәрем менән осраштым. Ауырлыҡтарға бирештермәй, йәмәғәт тормошонда ҡатнаштырып торорлоҡ ошондай саралар үткәреп торғандары өсөн ҙур рәхмәт, - ти ул.
Салауат Әминев Рәсәй Президенты Владимир Путинға һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа МХО-ла ҡатнашыусыларға изге теләктәре, улар мәнфәғәтендә алып барылған эштәре, яугирҙәргә булған иғтибарҙары өсөн рәхмәт әйтте.

Автор:
Читайте нас: