Все новости
Спорт
18 Октября , 14:27

Уларға рух ныҡлығы хас

"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара спорт форумында махсус хәрби операция яугирҙәре волейбол уйнай.

"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара спорт форумы дауам итә. Әле Өфөләге Рима Баталова исемендәге Башҡортостан спорт әҙерлеге үҙәгендә ултырған килеш волейбол уйнау буйынса ярыштар бара.

Башҡортостан командаһы исеменән Олег Мөфтәхетдинов, Әлмир Үлмәҫҡолов, Максим Корлыханов, Лев Зәйнетдинов, Алексей Хохлов һәм башҡалар ярыша. Тренерҙары - Игорь Сюсин.

Спортсыларыбыҙ араһында махсус хәрби операцияға тиклем дә спорт менән шөғөлләнгәндәр бар. Олег Мөхтәхетдинов, мәҫәлән, биатлон буйынса спорт мастеры.

- Бындай ярыштар беҙгә ныҡ кәрәк. Бер-беребеҙ өсөн янып-көйәбеҙ, аралашабыҙ, танышабыҙ, - ти егеттәр.

Автор:
Читайте нас: