Әйләнгән һайын Өфө, унда нимә бар тип бот саптыҡ, әллә тағы ла ниндәйҙер байраммы?
Светлана Швецова, район хакимиәтенең социаль сфера үҫеше, йәштәр сәйәсәте, спорт, туризм бүлеге начальнигы, кесе йомала шулай тигәйне: иртәгә - Өфө. Сәбәбе бик матур: быйыл район ауыл спорт уйындары буйынса өсөнсө урынды алған (былтыр ҙа алғайны), етмәһә, үҙенә лә министры грамота әҙерләп көтөп тора икән.
- Көн бигерәк алама, ипләп кенә йөрөп ҡайтығыҙ, - тип теләнек, алдан ҡотламай торҙоҡ. Ирем менән барам бит, ҡурҡыныс түгел, тип тынысландырҙы Светлана Михайловна.
Теге көн ҡотламағайныҡ, бөгөн ҡотлаһаң да ярай - афарин, йыл да шулай маҡталып ҡына эшләргә яҙһын.