Бик бәхетле инек ул ваҡытта - Салауат чемпион булған йыл!
Урам буйлап ҡысҡырышып, һыҙғырышып йөрөүҙәр, машиналарҙың өҙлөкһөҙ бипелдәүе... Йәл, шул йылдан бирле СЮ беҙҙе ҡыуандырғаны булманы, төндәрен йоҡлмаһаҡ та, борсолоуҙан ғына йоҡлай алманыҡ.
Әммә команданы яратыуҙан, уның өсөн янып-көйөүҙән туҡтаған булманы. Көйөргәҙе, Күмертау көйәрмәндәре бигерәк бирелеп ҡарай мачтарҙы, бында ғына ултырып түҙмәй, тейәлешеп, уйынға Өфөгә, сыға ла китәләр. Кисә лә барғандар. Юҡҡа бармағандар, команда Омск егеттәрен ҡыйратты.
...Яҙғы матур бер төнөн, шатлыҡ хистәренә тулышып, тағы ла йоҡоһоҙ үткәрһәк ине.