Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Февраль , 08:22

Ул ҡараған

Кисә уйындың иң ҡыҙыҡ, ҡыҙған мәлендә фатирҙа ут һүнде.

Ул ҡараған
Ул ҡараған
Еңелеп барған ерҙән, инде бөттө барыһы ла тигәндә, иҫәпте тигеҙләгәйнеләр генә ла баһа. Әллә юрамал ҡыланалар, Салауатҡа ҡаршымы әллә Күмертау электриктары? Ҡараңғы бүлмәлә, яралы януарҙай, ырылдап йөрөлдө. Аптырағас, интернетта иҫәпте ҡарап барыла башланы (тере уйынды күрмәгәс, барыбер ныҡ ҡыйын). 4-кә 4, 5-кә 4,  6-ға 4.... Ниндәй бәхетле мәлдәрҙән мәхрүм иттеләр, электриктар түгел инде, моғайын, ел ғәйепле булғандыр уттың һүнеүенә. Үс иткәндәй, хоккей бөткәйне генә, ут тоҡанды. Һай, тәбиғәт, электр уты, исмаһам, ярты сәғәт кенә, уйын бөткәнсе, һүнмәй тороп, аҙаҡ төнө буйы янмаһаң да була ине лә баһа. 
Ә ул ҡараған. Ут та, ел дә, башҡа стихиялар ҙа ҡамасау була алмаған. 
Автор:
Читайте нас: