Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Апрель , 16:30

Иң көслө фехтование оҫталары Өфөләге чемпионатта ҡатнаша

Башҡортостандың баш ҡалаһы тәүге тапҡыр фехтование буйынса Рәсәй чемпионатын уҙғарасаҡ.

21-28 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Фехтование үҙәгендә 22 төбәктән 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй турниры үтәсәк. Программала өс олимпия дисциплинаһы буйынса ла ярыштар: рапира, шпага һәм ҡылыс менән алышыу. Уны асыу тантанаһы 21 апрелдә Рәсәй Фехтование федерацияһы һәм БР Спорт министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында үтәсәк.

Аҙна барышында тамашасылар түбәндәге ярыштарҙы күрәсәк:

21-22 апрель - ҡылыс менән команда һәм шәхси алыштары

23-25 апрель - шпажистар ярышы

26-28 апрель - рапирасылар турниры.

Ҡатнашыусылар араһында Европа, донъя һәм Олимпия уйындарының ғәмәлдәге чемпиондары бар. Спортсылар наградалар өсөн шәхси һәм команда беренселектәрендә көрәшә.

Уҙғарыу урыны: Башҡортостан Республикаһының Фехтование үҙәге (Халыҡтар Дуҫлығы проспекты, 45).

Автор:
Читайте нас