Бик күп билдәле кешеләр - Карл Маркс, Лев Толстой. Чарльз Дарвин, Жан Жак Руссо был ҡыҙыҡлы уйынды үҙ күргән. Суворов менән Наполеон оҙайлы хәрби походтарҙа шашканан айырылмаған.
Шашка уйнау фекер ҡеүәһен яҡшырта, ихтыяр көсөн һәм ныҡышмалылыҡты үҫтерә.
...18 майҙа, йәкшәмбе көнө, Көйөргәҙе ветерандары араһында сатраш буйынса тиҙ йөрөшлө ярыш уҙғарылды. Ярыш бик көсөргәнешле үтте. Күмертау ҡалаһынан да вәкилдәр булды. Әйтергә кәрәк, уларҙың араһында ике мастерлыҡҡа кандидат та булды.
Алышта, райондашыбыҙ, мастерлыҡҡа кандидат Рәмил Батыршин беренсе урынды яуланы.
Ярышты Көйөргәҙе районы ветерандар Советы һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге ойошторҙо.