Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Май , 15:46

Көслө егетебеҙ - Илнар

Яңыраҡ Абдул ауылы егете Илнар Мөнир улы Аҡсурин Өфөлә үткән Халыҡ-ара ҡул һуғышы буйынса ярышта икенсе урын яулап ҡайтты.

Көслө егетебеҙ - Илнар
Көслө егетебеҙ - Илнар

Ул Айсыуаҡ ауылында "Дуҫлыҡ" клубында тренер Георгий Согомонян етәкселегендәге шөғөлләнә. Беҙҙең районыбыҙ исеменән сығыш яһап уңышлы һөҙөмтәгә ирешкән егетебеҙгә - афарин! Илнар быйыл туғыҙынсы класты тамамлай. Киләсәктә лә көслө егетебеҙгә тик уңыштар юлдаш булып, яңынан-яңы үрҙәр яуларға яҙһын.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы

Автор:
Читайте нас: