Ҡатын-ҡыҙ булһам да ниңәлер тап ошо спорт төрө ҡыҙыҡһындырҙы мине. Бынан теүәл ике йыл элек ҡалабыҙҙың Прометей спорт-һауыҡтырыу үҙәгендә тап ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бокс секцияһы асылыуын ишетеү менән туп-тура шунда юл тоттом.
Унда беҙҙе иң шәп тренерҙарҙың береһе Тимур Шамил улы Иҙрисов ҡаршы алды. 10-12 ҡыҙҙан торған был түңәрәк шунда уҡ гөрләп эш башланы. Аҙнаһына ике тапҡыр уҙған тренировкаларға атлап түгел, осоп барам.
- Ул ниндәй ҡатын-ҡыҙҙарға килешмәгән спорт төрө? Кеше туҡмау спорт буламы?- тигән һорауҙар яуҙыра ҡайһы берәүҙәр.
Һәр кемдең үҙ фекере, тик бокстың бирсәткәләр кейеп грушаны туҡмау ғына түгеллеген, был спортта кешенең барлыҡ ағзалары ҡатнашыуы, бокстың хатта мейе эшмәкәрлегенә лә ҙур файҙа килтереүендә мин үҙем инандым. Бокс ул күңелг йыйылған барлыҡ насар уйҙарҙан, арыуҙарҙан арынырға ла ярҙам итә, шуға күрә минең өсөн бокс - йәнгә лә, тәнгә ла дауа ғына.
Ә тренерыбыҙ Тимур Шамил улы тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, ул ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫтаһы. Әйткәндәй улым Данис та уның түңәрәгенә йөрөй, һәр балаға иғтибар бүлеп, һәр береһе менән эстәлекле әңгәмә уҙғарып, егеттәрҙе ысын ир-ат булып үҫергә әйҙәй. Уның тәрбиәләнеүселәре республикала уҙған ярыштарҙа алдынғы урындар алыуы, тренеребыҙҙың үҙ эшенә бар күңелен һалып эшләүенең һөҙөмтәһелер.
Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА