Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Март , 11:57

Баймаҡтан еңеү менән!

Кисә Иҫəн ауылында махсус хəрби операция барышында батырҙарса һəлəк булған Əхмəтов Ришат Шəйхетдин улы һəм Самарбаев Ғəзиз Мəхмүтдин улы иҫтəлектəренə арналған милли йəйəнəн уҡ атыу турниры ойошторолдо.

Баймаҡтан еңеү менән!
Баймаҡтан еңеү менән!

Сараны Иҫəн ауылы мəсете имам-хатибы Йəрмөхəтов М.З. доға менəн асып ебəрҙе. Артабан Баймаҡ ҡалаһы һəм районының физик культура һəм спорт бүлеге начальнигы Ғəбитов В.М. ошондай сараларҙың ойошторолоуы районыбыҙ өсөн генə түгел, ə тоташ республикабыҙ өсөн бик мөһим икəнлеге тураһында бəйəн итте һəм уҡсыларға ярыштарҙа уңыштар телəне.
Ниғəмəт ауылы билəмəһе советы вəкиле Кейекбаева Г.С. ярышты ойоштороуға тос өлөш индереүселəрҙе тəбриҡлəп рəхмəт хаттары тапшырып үтте. Артабан батыр егеттəрҙең туғандары һəм яҡындары яуғирҙарҙың шəхси тормошо, шулай МХО-ла күрһəткəн ҡаһарманлыҡтары менəн таныштырып үттелəр.
Сара Илнур Аслаев менəн Динə Аҡназарова башҡарыуындағы ҡурай моңдары һəм йырҙар менəн үрелеп барҙы.
Арыҫландай ҡыйыу егеттəрҙең иҫтəлектəренə арналған ярыш шəхси беренселекте һəм "Мəргəн ғаилə" турнирын үҙ эсенə алды.
Шəхси беренселек ике этаптан торҙо.
Тəүге этапта 18 метрҙан алып 70 метрға тиклемге аралыҡтағы 5 төрлө сəпкə уҡ атып мөмкин тиклем күберəк мəрəй йыйыу бурысы торһа, финалдар этабында 40 метрлыҡ алыҫлыҡтан сəпкə дəғүəселəрен еңеп миҙал алыу өсөн атыш барҙы. Һəр уҡсы үҙҙəренең ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ, таҫыллыҡ кеүек сифаттарын йыйнап уҡтарын сəптең уртаһына сойорғоттолар. Финалдар ысынлапта бик көсөргəнешле барҙы һəм һуңғы уҡҡа тиклем кем еңеүсе булыры билдəһеҙ булды.
Ир-егеттəр араһында Баймаҡ егеттəре йəнə берҙе алдыңғылыҡты бер кемгə лə бирмəне.
Өмөтбаев Тимур (Əхмəр ауылы);
Мырҙағəлин Илфат (Баймаҡ ҡалаһы);
Иҙрисов Фəиз (Иҫке Сибай ауылы).
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
Ярышева Дилəрə (Күмертау ҡалаһы);
Дəүлəтова Гүзəлиə (Əбйəлил районы);
Яңыбаева Əлиə (Əйбəлил районы).
"Мəргəн ғаилə" турнирында бөтəһе 10 пар ҡатнашты. Башҡортостандың иң татыу, иң берҙəм һəм иң мəргəн ғаилəһе исеменə Күмертау ҡалаһынан Ярышевтар ғаилəһе лайыҡ булды. Икенсе һəм өсөнсө урынды Баймаҡ ҡалаһынан Мырҙағəлиндəр һəм Рахманғоловтар ғаилəлəре бүлеште.
Махсус бүлəктəр өсөн атышта Яппаров Илнур, Иҙрисова Гөлнара, Нурутҡолова Илүзə енеүселəр тип танылды.
Ярышты ойоштороуҙа ҙур көс һалыусы шəхси эшҡыуар, "Орхидея" магазины хужаһы һəм уның ярҙамсыларына оло рəхмəттəребеҙҙе еткерəбеҙ.
Ятып ҡалғансы-атып ҡал!

Автор:
Читайте нас