Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Апрель , 11:46

Ҡазанда еңеү яуланылар

2026 йылдың 3-5 апрелендә Ҡазанда көрәш буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Масштаблы ярыштарҙа Рәсәй Федерацияһының 25 төбәгенән 350-нән ашыу иң көслө спортсы ҡатнашты.

Ҡазанда еңеү яуланылар
Ҡазанда еңеү яуланылар

Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составында Күмертауҙың М. Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ тәрбиәләнеүселәре лә сығыш яһап, юғары һөҙөмтәләр күрһәткән.
Ярыш барышында егеттәр үҙҙәренең ныҡлы характерын, еңеүгә ихтыяр көсөн һәм юғары спорт оҫталығын иҫбатлап призлы урындар яулағандар:
- Ғабдрахманов Инсаф — 2-се урын (көмөш миҙал);
- Сәлихов Батыр — 3-сө урын (бронза миҙал);
- Сәлихов Динислам — 3-сө урын (бронза миҙал).
Батыр егеттәребеҙҙе лайыҡлы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уларҙың уңыштарығыҙ менән ғорурланабыҙ һәм киләсәктә лә яңы спорт бейеклектәрен яулауҙарын, һәр алышта рухытарының ныҡ булыуын теләйбеҙ. Алда һеҙҙе алтын миҙалдар көтһөн!
- Тренерыбыҙ Шәрипов Әсхәт Әкрәм улына айырым рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ул республикала көрәш спортын үҫтереүгә баһалап бөтөргөһөҙ ҙур өлөш индерә. Профессиональ оҫталығы, чемпиондар тәрбиәләүгә һалған хеҙмәте һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреү буйынса емешле эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт, - тиҙәр яратҡан тренерҙары хаҡында көрәшселәре, уларҙың ата-әсәләре һәм бергә эшләгән хеҙмәттәштәре лә.

Автор:
Читайте нас