

Үҙен дә, уның тормош иптәше Илнурҙы ла. Уразаевтар ғаиләһе - Күмертауҙа йәшәгән иң әүҙем ғаиләләрҙең береһе. Бигерәк тә уҡ атыуҙа алдынғылыҡты бирмәйҙәр (уртаҡ шөғөл былай ҙа татыу ғаиләне тағы ла нығыраҡ берләштерә). Үҙҙәре бер генә тик тора белмәй, ошо спорт төрөнә бәйле төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, Рәсәйҙе әллә нисә уранылар.
8,9 августа улар Ижевск ҡалаһында булған, ярышҡан. Һәм Маргарита Уразаева, бөтәһен артта ҡалдырып, беренсе урынды яулаған! Ҡотлайбыҙ. Алдағы көндәрҙә (әле ярыштар күп әле, тиҙҙән, әйткәндәй, Кинйә-Абыҙ ауылында ла була) спорт өлкәһендә лә, тормоштоң башҡа өлкәләрендә лә гел еңеп йәшәргә яҙһын һеҙгә, Уразаевтар!