

Эш сәфәре менән. Ҡалала ул бик оҙаҡ булмай, ярты көн самаһы ғына, пландар былай: КүмАПП, Нефтихиммаш предприятиеларында була, алтынсы мәктәптә (ул ҙур ремонттан һуң сафҡа инә), Күмертауҙың Совет майҙанында, өсөнсө китапханала (йәмәғәтселек менән осрашыу).
Был ҙур сараларҙан тыш, ҡаланың разрезы быуаһы ярҙарында ла елле генә ярыш бара- уҡ атыу буйынса республика кимәлендәге ярыш. Турнирҙы асҡанда ойоштороусы Марсель Ярышев, ҡала һәм район имам-мөхтәсибе Айнур Ҡәҙимов, беҙ бер кәлимә һүҙ тоттоҡ.
- Ю. Шевчуктың "Не стреляй" тигән иҫке бер йыры иҫкә төштө... Атышһаҡ та, бөгөнгөләй, тыныс тормошта, сәптәргә генә атышайыҡ.
...Хәбиров ҡайҙа ла Хәбиров ҡайҙа тип, бер заман зыҡ ҡуба башланылар. Радий Фәрит улы бында ла киләме икән ни, маршрутта Елки-палки юҡ ине лә баһа (турнирҙың үткрелгән урыны). Баҡһаң, Хәбиров - Иҫке Сибай ауылынан килгән мәргән икән. Таптылар. Ярыш башланды.
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә баҫылыр.