Күмертауҙың Ленин урамында йәшәгән бынау сирен дә, тәҡдир ҡушҡас, әллә ниндәй ерҙә яралды. Йорт төбөндә. Башҡа ағас-ҡыуаҡтар әҙәмсә ерҙә үҫә (аллея - исеме генә ни тора), күмәктәр, ә был япа-яңғыҙы ғүмер кисерә. Һөйләшер серҙәше лә юҡ. Юл аша ғына ултыра башҡалар, әммә улар быны ишетмәй ҙә, иш итмәй ҙә. Һауалылар. Тегеләрҙең янынан кеше өҙөлмәй, күләгәләрендә ял итәләр, ә сирен янынан һирәк-һаяҡ үтәләр, уныһында ла, сәскә атҡан мәле булһа, үҙен йәберләп китә лә алалар - ботағын һындырып, сәскәһен урлайҙар. Ошондай мәлдә асыуы ныҡ килә, ниңә матур сирен булып тыуҙы икән, сәскәһеҙ, йәмһеҙ генә берәй ҡыуаҡ булһа, яҡшыраҡ булыр ине - матурға барыһы ла ҡыҙыға, ҡулдарын һонорға ғына торалар.
...Теге һауалы ағас-ҡыуаҡтарҙың әле иң насар көндәре. Ғәрәсәт килде. Әҙәмдәр үҙҙәрен ботарлапмы-ботарлай. Ҡарап тороуы ҡыҙғаныс. Үҙен тегеләр күпме рәнйетһә лә, уларға асыу тотмай сирен, йәлләй. Кешеләрҙең ҡылығын аңлап та етмәй: яңыраҡ ҡына бер ҡурҡытҡайнылар ҙа аллеяла үҫкән ағастарҙы, плитка түшәгәйнеләр. Инде, хәҙер яңынан түшәйҙәр. Теге саҡ ҡулдары ағастарға барып етмәгәйне, әле, әйтерһең, уларҙа ниндәйҙер үстәре бар, төбө-тамыры менән аҡтаралар. Кемеһе иҫән ҡалыр, ҡалырмы, ғөмүмән - барыһы ла баяғы тәҡдир ҡулында.
....Ағастар ҙа кеше кеүек. Уларҙың да яңғыҙлыҡҡа ҡыуанған мәлдәре була.