"Холодное лето пятьдесят третьего" тигән фильм бар. 1953 йылда, амнистия иғлан ителеп, илдә енәйәт артыуы тураһында был кино. Был йылдың йәйе ысынлап та һыуыҡ булғандырмы, әле беҙҙәге йәй кешеләргә миһырбанлы түгел. Кисә Күмертау округы Маяҡ ауылында борсаҡ яуған, халыҡтың баҡсаһын ҡырған. Ҡәҙерләп кенә үҫтергән йәшелсәләрҙән бер ни ҡалманы тип яҙа был ауылда йәшәүселәр.
Ҡырғын йылы (йәйе генә түгел) булды был, ысынлап та, йәшелсә-емеште киренән ултыртып була, әҙәм балаларын ғына кире ҡайтарып булмай.