Яҙҙан әллә күпме итеп баҡса ултырттым, Ҡалтала. Йәшелсәләр матур ғына булып үҫте. Кем баҡса эшен ярата, шул белә: үҙең сәскәндең бәләкәй генә япрағы сыҡһа ла, сәскәһе атһа ла илереп ҡыуанаһың. Ҙур уңыш булырына өмөтләнәһең, мин дә шулай, ай үҫәһен көн үҫкән йәшелсәләргә ҡарап, шатландым, сабый бала һымаҡ итеп тәрбиәләнем: һыуҙар һиптем, утаным, араларын һирәкләнем. Әллә күпме көс, ваҡыт сарыф иткәнемде кисә бер нисә минутта юҡ итте - Ҡалтала борсаҡ яуҙы. Тереләй һуйҙалырмы ни, һеңгәҙәнем дә ҡалдым, тышҡа сыҡҡы ла килмәй, өйҙә ултырҙым, баҡсама ҡараһам, илар ҙа ебәрермен төҫлө ине. Бөгөн генә, бер аҙ иҫкә килдем.
...Иң бәхетле мәлдәреңде ҡараңғы көнгә күмер өсөн ни бары бер минут та етә икән. Үләт яуҙырыр болоттар беҙҙе һәр саҡ урап үтһен, баштарыбыҙға яҡты ҡояш нурҙары һәм шифалы ямғырҙар ғына яуһын ине.