Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
6 Июля 2023, 12:39

Ябай таяҡ ҡына түгел

Дарыуҙар ҡыйбат хәҙер.

Ябай таяҡ ҡына түгел
Ябай таяҡ ҡына түгел

Дарыуханаға керерлек түгел, кисә генә бер төрлө торған дарыу, бөгөн әллә күпмегә артҡан. Сирләһәң, аҡсаң күп булһын.
Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы ҡыҙҙары был хәлгә бик бошонмай - дарыу аяҡ аҫтында тигән тәғлимәтте тотоп йәшәй. Йәй буйы үләндәр йыя. Үлән йыйыу - үҙе һөнәр, белеп йыйырға кәрәк. Был йәһәттән дә яҡшымбәттәр уңған - һин һанға һуҡмай тапап үткән үләндең ниндәй сихри көскә эйә икәнен белә. 

Бына әле шайтан таяғын йыйғандар. Йыйған ғына түгел, халыҡҡа уның дауаһы тураһында ла бәйән иткәндәр: 
- Быйыл ошо дарыу үләне күп. Әлеге мәлдә бик әүҙем сәскә ата башланы. 3 йыл элек мин уны таба алмай интектем. Тау битләүендә 4 төп ошо сәнскеле үҫемлекте табып, ҡоромаһын өсөн, һыу һибеп йөрөгән саҡтар ҙа булды. Июль уртаһына тиклем сәскәләрен йыйып ҡалығыҙ. Шифаһын табырһығыҙ. Кемдәр ошо үләнде ҡулланып ҡараны, файҙаһы тураһында әйтер.
Ләкин һәр нәмәнең самаһы бар. Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Әҙерләү ысулы:
1.Киптереү. Сәнскәктәре ҡулға кереп бара. Үтә ныҡ һаҡлыҡ менән эш итегеҙ.
2. Туңдырыу. Үҙем бер ҙә туңдырғаным юҡ.
3.Спиртҡа(медицинаныҡы) һалыу. Ошо ысулды йышыраҡ ҡулланам.
4.Хәҙер ҡулланыу өсөн, ҡайнаған һыу һалып төнәтмә әҙерләү. Ләкин төнәтмәне 1 тәүлектән артыҡ тоторға ярамай.
Ниндәй сирҙәрән дауалай:
Халыҡ дауаһында шайтан таяғы бик кәрәкле үҫемлектәрҙең береһе иҫәпләнә, бигерәк тә яман шеш һәм эренле яраларҙан уңышлы файҙаланыла. Башҡа ауырыуҙарҙан да һөҙөмтәле ҡулланыла ул. "Уның тамырынан яһалған төнәтмә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡан килеүҙе туҡтатырға, ә арт юлына индереү һәм шул төнәтмәлә ултырып йыуыныу арт юлы шешенеүенән ярҙам итә..." тип яҙа Әбүғәлисина. Моғайын, ул тура эсәктең яман шешен күҙ уңында тотҡандыр, тип фараз итергә була. Нисек кенә булмаһын, был рәүешле дауаланыу ысулы бөгөн дә бер аҙ үҙгәртелеп ҡулланыла. Шайтан таяғының яман шешкә ҡаршы һөҙөмтәле булыуын табиптар ҙа инҡар итмәй. Хатта шештәрҙе ҡырҡып ташлағандан һуң уны ауырыуҙы иҫкәртеү сараһы булараҡ, шулай уҡ тиренең сей яраларын, ҡыҙыл сөсө, скрофулез ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланырға кәңәш итәләр.
Халыҡта шайтан таяғын ҡурылдай астмаһы, бронхит, йөрәк невроздары, столбняк, бөйөр, бәүел ҡыуығы, ревматизм, төрлө шешенеүҙәрҙе дауалағанда ҡулланалар. Шулай ҙа ҡурылдай (бронхит), бөйөр ауырыуҙары йәки төрлө шешенеүҙәрҙән арыныу өсөн башҡа бик яҡшы шифалар күп. Ә бына шайтан таяғы яман шештәрҙән (злокачественная опухоль) үтә кәрәкле дауа. Уны араҡыға һалып төнәтергә мөмкин: банканың яртыһынан күберәк шайтан таяғы сәскәһе һалып, тултырғансы араҡы ҡойорға һәм 1 ай төнәтергә. Был төнәтмә яман шешкә ҡаршы әҙерләнгән бәлзәмдәр эсенә инә.
Ашҡаҙан яман шеше. 1 ҡалаҡ ваҡланған япраҡҡа 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөргә. Көнөнә 3-4 тапҡыр ашағандан һуң 1-әр стакан эсергә. Бынан тыш ул циститты дауалай, һейҙерткес сифатҡа эйә.
Япраҡтарынан онтаҡ яһарға һәм көнөнә 3-4 тапҡыр ашарҙан алда 1-әр балғалаҡ ҡабып, аҙағынан һыу йоторға.
Тире яман шеше, сөсө ауырыуы (волчанка), скрофулез. 1 ҡалаҡ үләнгә 1 стакан ҡайнар һыу нисбәтендә ҡойоп, 4 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөргә. Көнөнә 3-4 тапҡыр ашарҙан алда яртышар стакан эсергә. Тирене йыуыу һәм сылатҡыстар яһау өсөн 3-4 ҡалаҡ үләнгә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, шулай уҡ 4 сәғәт тотоп ҡулланырға.Тире яман шеше булғанда үҫемлектең яңы һығылған һуты менән зарарланған урындарҙы сылатырға.
Геморрой. Хәл яҡшырғансы япраҡтарының онтағын көнөнә 3 тапҡыр 1-әр балғалаҡ ашарға.
Шайтан таяғы менән оҙаҡ дауаланғанда ла зыян килтермәй. Шулай ҙа гипертония булғанда һаҡ ҡулланырға кәрәк, ул ҡан баҫымын бер аҙ күтәрергә мөмкин. 
Автор:
Читайте нас: