Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
18 Июля 2023, 08:02

Йыланды үсектермә

Яңы Таймаҫта ла йыландар күбәйгән. 

Йыланды үсектермә
Йыланды үсектермә

Кисә ауыл мәктәбе ишеге алдында бер йылан сәйәхәт ҡылып йөрөгән (фотола һәм видеола).
Быйылғы йәйҙә, ысынлап та, йыландар кеше йәшәгән ергә йыш "һөжүм итә". Сәбәптәре төрлө: йәй ямғырлы, шуға йыландар ныҡ үрсене тип аңлата берәүҙәр, йәнә бер сәбәбе бар - яҙ йылы килде, йыландың шул саҡта тыуған балалары күпләп иҫән ҡалды, бына хәҙер уларға ашарға кәрәк (сысҡан, кеҫәртке, баҡа...).
Районда, бөтә республикалағы кеүек, йыландарҙың ике төрө йәшәй: туҙбаштар һәм ҡара йыландар. Тәүгеләре кешеләр өсөн әллә ни ҡурҡыныс түгел. Юҡ, улар сағырға мөмкин, әлбиттә, ләкин уларҙың ағыуы юҡ. Әгәр ҙә инде тешләгән ваҡытта, мәҫәлән, теше һынһа (туҙбаштарҙың тештәре йоҡа ғына) һәм ярсығы тире аҫтына эләкһә – быныһы инде башҡа мәсьәлә. Шулай уҡ шайығы менән кешегә зарарлы бактериялар йоғоуы ихтимал.
Ағыулы ҡара йыланды ғәҙәти туҙбаштан һары таптарға ҡарап айырырға мөмкин. Әгәр йыландың башының артҡы өлөшөндә ике һары йәки аҡ тап булһа, был – туҙбаш. Ә инде йыландың башы һәм тәне бер төҫтә, ҡара йәки көрән икән, тимәк ул ҡара йылан һәм уға яҡын килмәүең хәйерлерәк! Ул саҡҡан урын ауыртыу ғына түгел, ә ҡайһы саҡ үлемесле булыуы ихтимал.
Әгәр кеше үҙе күрмәй ҡалып ҡына уның өҫтөнә баҫмаһа йәиһә түтәл менән булышып, яңылыш ҡулы менән уға теймәһә, йылан үҙе бик һирәк осраҡта ғына һөжүм итә. Кешеләр йылан күреп, уны тоторға һәм уның менән фотоға төшөргә маташҡан 60-70% осраҡта барыһына ла кешеләрҙең ахмаҡлығы ғәйепле. Һис бер ни осраҡта ла йыландарға тейергә ярамай.
Йыланға тап булғанда нимә эшләргә
Беренсе ҡағиҙә – уны үсектермәҫкә! Йыландарҙың күпселегенең һеҙҙә бер ниндәй ҙә эше юҡ һәм беренсе булып улар һөжүм итмәйәсәк. Улар насар ишетә, еҫте насар тоя һәм һуңғы мәлгә тиклем һеҙҙе абайламауҙары мөмкин. Ыҫылдау, ташланыу һәм сағыу – бары тик көтөлмәгән бәйләнешкә һәм ҡасыу мөмкин түгеллегенә реакция ғына. Әгәр йылан һеҙҙе алданыраҡ шәйләһә, ул мотлаҡ осрашыу-ҙан ҡасырға тырышасаҡ. Шуға күрә тәбиғәткә сыҡҡанда – иғтибарлыраҡ булығыҙ. Ялан аяҡ һай ерҙә һыуға керер йә ҡуйы үлән араһына ҡулды тығыр алдынан, шикле урынға оҙон таяҡ менән ҡаҙап ҡарағыҙ. Әгәр йылан күрһәгеҙ – ҡыр-ҡа хәрәкәттәр (айырыуса уның яғына табан) яһамағыҙ, уға юлығыҙҙан тыныс ҡына үтеп китергә бирегеҙ. Хатта ул инде йомарланып, ыҫылдаһа йәки һеҙҙең яҡҡа һонолһа ла, беренсе мөмкинселектә үк ул йәшеренергә тырышасаҡ.
Йылан саҡҡанда нимә эшләргә ярай һәм нимә ярамай
Шулай ҙа, әгәр һеҙҙе йылан саҡһа, кисекмәҫтән саралар күрергә кәрәк. Иң беренсе – тиҙ ярҙам саҡыртырға.
Йылан саҡҡан ваҡытта табипҡа тиклемге ярҙам сифатында түбәндәгеләр кәңәш ителә:
- тәндең тешләнгән өлөшөнә йөкләнеште кәметеү, хатта уны хәрәкәтһеҙ ҡалдырыу;
- күп итеп эсеү. Һис бер ни осраҡта ла зыян күреүсегә кофе, ҡаты сәй, энергетик эсемлектәр бирмәҫкә;
- сағылған урынды антисептик (водород перекисы, марганцовканың көсһөҙ генә иретмәһе, зеленка) менән эшкәртеү һәм тығыҙ итмәй генә таҙа бәйләмес һалыу;
- ауыртыуҙы баҫа торған дарыу эсеү (бик ныҡ ауыртыу булғанда ғына ҡушыла).
Йылан саҡҡанда нимә эшләү ҡәтғи тыйыла:
- ағыуҙы һурыу, сөнки зыян күреүсе өсөн шайығы менән өҫтәмә сир тыуҙырыусы бактериялар индереү, ә ҡот- ҡарыусы өсөн ауыҙының лайлалы ҡатламында бәләкәс кенә яралар йәиһә, мәҫәлән, теш иттәре ҡанаусан булғанда ағыу дозаһы алыу ҡурҡынысы бар;
- жгут һалыу;
- тешләнгән урынды соҡоу;
- тешләнеү урынын спирт менән эшкәртеү;
- йылы йәки һалҡын компрестар һалыу.
Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе белһәк, йыландың әллә ни ҡурҡынысы юҡ һымаҡ.

Автор:
Читайте нас: