Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
31 Июля 2023, 17:22

Мәтрүшкә еҫе

Әллә ниңә бәләкәстән яҡын был үләндең еҫе.

Мәтрүшкә еҫе
Мәтрүшкә еҫе

Шул тиклем мөҡиббән киткәнбеҙ мәтрүшкәгә - уға арнап йырҙар ҙа яҙабыҙ - "Мәтрүшкәләр, кипкән мәтрүшкәләр..." тип кем генә йырламаған? Т. Ғиниәтуллиндың хикәйәһендә мәтрүшкә хатта кешене үлемдән ҡотҡара. Беҙҙең алдыбыҙға ниндәй генә сәй ҡуйма (һинд, сәйлүн, ҡытай, грузин), барыбер мәтрүшкәгә етмәй.
Мәтрүшкәне ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан, һалҡын тейгәндә һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланалар. Хуш еҫле үҫемлекте баш ауыртҡанда эсәләр һәм йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда ла файҙаланалар, төнәтмәһе менән баш йыуалар. Теш һыҙлағанда мәтрүшкәне сәйнәйҙәр.... Ошоларға өҫтәп, тағы бер дауаһы тураһында әйтке килә: тыуған илдән алыҫ булғанда, мәтрүшкәне еҫкәһәң, һағыштарың баҫылып ҡала.
Материал киләһе һанда баҫыла.

Автор:
Читайте нас: