Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
13 Августа 2023, 10:01

Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә

Яҙын улар икәү ине.  

Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә
Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә
Ермолаево ауылының боронғо был быуаһына (уны йөҙ йыл элек немец алпауыты төҙөткән) аҡҡоштар йыл да ҡайта. Быйыл да ҡайттылар. Икәүҙәр. Кешенән бик өркмәйҙәр, ышаналар. Һәр килгәне, уларға ҡарап, хайран була ине, фото, видео төшөрҙөләр. Кешеләргә булған ышаныстарын ғына юғалтып ҡаймайыҡ тигәндәй, һаҡ ҡыландылар, өркөтмәҫкә тырыштылар. Ышаныс, юғиһә, бер һүндеме.. уны кире ҡайтарыуҙары - ай-һай. 
Әле, йәй аҙағында Ермолаевоның Шотт быуаһына йәнә килһәк... аҡҡош бер үҙе йөҙөп йөрөй. Кәйефе бик шәптән түгел һымаҡ күренде. Икенсеһе ҡайҙа булған икән?  
Яңғыҙ аҡҡош күргән һайын
Ѳҙѳлә үҙәктәрем...
Донъя булғас, төрлөһө була, икенсеһе иҫәндер ҙә, нимәгәлер ваҡытлыса үсегеп кенә йөрөгән мәлелер, ҡоштар тиҙҙән кире ҡауышыр. 
Автор:
Читайте нас: