Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
21 Августа 2023, 16:49

Мәтрүшкәне эсмәйем

“Айгөл” балалар баҡсаһы музыка етәксеһе Зарима Ғабдуллина:

Мәтрүшкәне эсмәйем
Мәтрүшкәне эсмәйем

- Мин мәтрүшкә менән сәй эсергә яратмайым. Мунсала төнәтеп, еҫен еҫкәп парында ултырырға яратам. Балаларым һыуыҡ тейеп ауырый башлаһа, шул ваҡытта һөт ҡайнатып, һуңынан мәтрүшкә һалып тағы әҙерәк ҡайнатҡас, бал, һары май өҫтәп йылымыс килеш эсерәм. Файҙаһы тейә.
Үләндәрҙең төрлөһөн минең әсәйем йынай. Уға күп кешеләр үлән һорап килә. Ул ниндәй генә миҙгел булмаһын табып биреп сығара. Хатта ҡайын япраҡтарында киптерергә элеп ҡуйғайны, уныңда берәй дауаһы барҙыр моғайын.
Эт дегәнәген, һөйәл үләнен күпләп йынайҙар, ул тән боҙолғандан ярҙам итә. Әремдең сәскәләрен бөртөкләп кенә эсер кәрәк. Ул – бик көслө дауалау сараһы. Уның ярҙамында тиҙ арала ауырыуҙың хәлен яҡшыртырға мөмкин. Ростатиттан, тире, ашҡаҙан, эсәк, бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе, бөйөр, гинекология ауырыуҙарынан ҡулланалар. Кейәү үләне йоҡоһоҙлоҡ, ашҡаҙан ауыртыу, бөйөр сирҙәре, аҙ ҡанлылыҡ, киҙеү , быуындар һыҙлауы кеүек осраҡтарҙа килешә.

Мәҡәлә гәзиттә тулы килеш баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: