Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
21 Августа 2023, 17:06

Тыуған яғым - гөлдәр иле

- Ейәнсура районының иң төпкөл ауылдарының береһенән мин. 

Тыуған яғым - гөлдәр иле
Тыуған яғым - гөлдәр иле

Тыуған төйәгем Биштирәккә ике йылдан ашыу ҡайтҡаным юҡ ине. Быйыл, Аллаға шөкөр, әсәйем, бер туған һеңлеләрем менән ғәзиз нигеҙебеҙгә ҡайтып, уны йыуып, таҙалап, күңелгә ял алып, балаларыбыҙға ауылыбыҙҙы, унда уйнап үҫкән ҡырҙарыбыҙҙы, тыуған-тыумасаларыбыҙҙы күрһәтеп, йөрөп ҡайттыҡ. Ялан-тауҙарыбыҙҙы ҡыҙырып, ялыбыҙ күңелле генә түгел, файҙалы ла булһын тип, тыуған тупрағымда үҫкән шифалы үләндәр йыйҙым. Һәр кемгә үҙ яғы яҡын булалыр, Көйөргәҙе ерҙәрендә лә шифалы үләндәр етәрлек, тик Биштирәгем мәтрүшкәләре күңелгә бигерәк яҡын, уларҙы ҡышын сәйгә һалып эсһәм, ауылым, уның ялан-ҡырҙары күҙ алдыма килеп баҫа. Мәтрүшкәнән тыш, ҡыр ҡарағаты, ҡурай еләге япраҡтары, шулай уҡ кейәү үләне, һары мәтрүшкә, хатта әрем дә йыйып, киптереп алып ҡайттым. Үҙем белгәндәрҙе балаларыма ла өйрәтәйем тип, улым һәм ике ҡыҙымды ла үҙем менән эйәрттем..

ЕЙәнсураға сәфәр тураһында тулыраҡ гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: