Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
28 Августа 2023, 14:04

Фарт

Бөтөн кеше лә фартлы була алмай.

Фарт
Фарт
Фарт тигәне кешегә тыумыштан биреләме, йәшәй торғас, ни ғиллә менәндер, әҙәмде үҙе һайлап йәбешәме, быны береһе лә аңлата алмаҫ, моғайын.
Шулай була: балыҡҡа тип бараһың, мәҫәлән, янда ғына, яр буйында һиңә терәлеп тиерлек ултырған кеше балыҡтарҙы бер-бер артлы һурып сығара ғына, һиңә, исмаһам, сәтәкәй бармаҡтайы ла эләкмәй. 
Көйөпгәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылынан Гөлназ Әҙеһәмованың, әллә күпме күҙәтеп ултыра торғас, ныҡ фартлы кеше икәненә инандыҡ. Балыҡ тота икән - иң еллеһен, еләк йыя икән - иң эреһен. 
Әле бәшмәккә сыҡҡан. Беҙҙең дә урман-ялан ҡыҙырып, бәшмәк тип йөрөгән бар, әммә... Буш кәрзинде кире күтәрәһең дә ҡайтаһың. Ә Гөлназ... үҙегеҙ күрәһегеҙ.
Афарин, Гөлназ Флүр ҡыҙы, ғүмерең буйы ошо фарт һине ташламаһын. 
Автор:
Читайте нас: