-3 °С
Снег
Күҙҙе асып йоморға ла өлгөрмәнек, көҙ тупһаһы янында баҫып торабыҙ. Ғүмер тиҙ үтә, йәйҙәребеҙҙең рәхәттәрен күреп, ләззәттәрен татып, танһығыбыҙ ҡанып та өлгөрмәне -
Ишек ҡаға көҙөм ямғыр булып,
Ағастарҙан япраҡ ҡойола.
Күңел генәм яҙҙай ярһый һаман,
Тик күҙҙәргә һағыш уйыла.
Шулай ҙа, рәхмәт һиңә, йәй, ҡайнар ҡояшың, шифалы ямғырҙарың, биргән тәғәмдәрең өсөн. Юғалтыуҙарыбыҙ, табыштарыбыҙ өсөн. Киләһе йылда тағын осрашырға яҙһын. Юғалтыуҙарһыҙ ғына...