-13 °С
Болотло
Балыҡсыларҙы алдаҡсы була, тиҙәр. Күпме тоттоң, шул хәтле тоттом (ныҡ күп), нисә сантиметр ине - шунса оҙонлоҡта ине (ныҡ оҙон), нисә кило - шул сама тарта ине (бик ныҡ ауыр). Беҙҙең осраҡта Михаил (балыҡсының исеме шулай), алдаҡсы түгел, фотоһүрәт барыһын раҫлай. Бына ул ғифрит йәйен. Дөрөҫ, балыҡтың ауырлығын фотоға ҡарап ҡына белә алмайбыҙ, шулай ҙа ышанабыҙ - беҙҙең йылға-күлдәр ныҡ йомарт, бүләген бирһә, күп, ҙур итеп бирә.